«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иғтибар, хәүеф! Бишбүләккә һәм Бүздәккә бармағыҙ!



13.05.2019 Иғтибар, хәүеф! Бишбүләккә һәм Бүздәккә бармағыҙ!

Бишбүләк һәм Бүздәк райондарында ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде. Бының туралағы мәғлүмәт республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документ йөкмәткеһендә тыйыу саралары 30 апрелдән алып Бүздәк районының Ҡаҙаклар-Ҡобау ауылындағы Ҡулсалы урам, 20 адресы буйынса ғәмәлгә индерелгән тиелә.

Бынан тыш, Бишбүләк районы Уҫаҡкисеү ауылындағы Ғәйнә урамы, 33 адресында 6 майҙан карантин иғлан ителгән.

Был ике төбәктә эт-бесәйҙәрҙе индереү һәм сығарыу, ҡыр хайуандарын аулау, ситкә алып китеү тыйыла.

Икенсе указ менән 5 майҙан алып Учалы районының Ҡолош ауылында иғлан ителгән карантин туҡтатылған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға