«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Имтихан тапшырыусыларға - уңыштар!



13.05.2019 Имтихан тапшырыусыларға - уңыштар!

Тиҙҙән уҡыусылар өсөн бик мөһим мәл етә: имтихандар, имтихандар...

Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә был хаҡта һөйләмәй булдыра алманылар. БР мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы кампанияһы старт алған. Һүҙ Берҙәм дәүләт имтиханы, төп дәүләт имтиханы тураһында.

Уҡыусылар һынауҙарҙы алдан да бирҙе. Төп этабы майҙың 24-енән башлана. Йәғни, төп дәүләт имтиханын (9-сы кластар өсөн) алыу 24 майҙан алып 2 июлгәсә дауам итһә, БДИ 27 майҙа башлана.

Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандарын 19 787 уҡыусы тапшыра. Был былтырғыға ҡарағанда 357-гә күберәк. ОГЭ биреүселәр 43 меңдән ашыу.

Беҙҙең төп бурыс: дәүләт имтихандарын ойоштороу, технологик йәһәттән тәьмин итеү һөҙөмтәлелеге буйынса "йәшел зона"ға инеү.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға