«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Римма Амангилдина фотоһы менән – Бүздәк бренды



14.05.2019 Римма Амангилдина фотоһы менән – Бүздәк бренды

Бүздәк районы үҙәгендә сыҡҡан консерваларҙы күргәнегеҙ барҙыр. Соустар, аштар, һуттар, салаттар. Банкаларҙың тышындағы яҙыуында беҙгә бик тә таныш бер шәхестең фотоһы ла тора. Эйе, танылған йырсыбыҙ Римма Амангилдина – Бүздәк консерва комбинатының йөҙө. Был предприятие киләсәктә “Бүздәк” брендын үҫтермәксе.
Үткән аҙнала Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған “Инвестиция сәғәте”ндә һаулыҡ һаҡлау һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағына ҡараған проекттар тикшерелде.


“Пищепром” йәмғиәте (үрҙә телгә алынған Бүздәк консерва комбинаты) федераль кимәлдәге бренд менән юғары технологиялы продукция етештереүҙе ойош­торорға ниәтләй. Әле пред­приятиеның продукцияһы Рә­сәйҙең 35 төбәгендә һатыла. Яңы проект буйынса етештереү һәм келәт майҙандарын 14 мең квадрат метрға еткереү, 1,5 мең тонна һыйҙырышлы йәшелсә һаҡлағыс төҙөү, заманса ҡо­рамалдар алыу күҙаллана. Бынан тыш, 2022 йылға етештереү ҡеүәтен 3,5 тапҡырға арттырырға йыйыналар. Һалынасаҡ инвес­тицияның дөйөм суммаһы 365,7 миллион һум тәшкил итәсәк. 150-нән ашыу яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Республиканың Инвестиция комитеты был проектҡа дәүләт ярҙамы күрһәтергә ҡарар итте.

“Инвестиция сәғәте”ндә тәҡ­дим ителгән тағы бер проект “СпецМедТехника” ғилми-етеш­тереү үҙәгенеке ине. Унда реанимация өсөн дефибрилляторҙар уйлап табыу һәм сығарыу планы бар. Инвестпроект суммаһы – 128,8 миллион һум. 50 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.





Автор: А. Ишемғолова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға