«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Путин хәрби тематикаға кәңәшмәләр серияһын башлай



13.05.2019 Путин хәрби тематикаға кәңәшмәләр серияһын башлай

Бөгөндән башлап, Рәсәй Президенты хәрби тематикаға яңы форматта кәңәшмәләр үткәрергә тотона. Был аҙнала ғына ике төбәктә булыуы ихтимал.

һуңғы йылдарҙа Владимир Путин яҙлы-көҙлө даими рәүештә оборона-сәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса һөйләшеүҙәр үткәрә ине. Ғәҙәттә, Сочиҙа. Шунан быйыл февралдә оборона министры Сергей Шойгу менән осрашып, кәңәшмәләрҙең форматын үҙгәртергә килешкәйнеләр. Тәүге яңы форматтағы кәңәшмә Ҡазанда үтәсәк.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға