«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Путин үҙенең хоккей командаһы еңеүҙәрен аңлатты



13.05.2019 Путин үҙенең хоккей командаһы еңеүҙәрен аңлатты

Владимир Путин үҙе уйнаған "Легенды хоккея" командаһы еңеүҙәре сере - профессиональ составта тип белдерҙе.

Ил башлығы 10 майҙа Төнгө хоккей лигаһының гала матчында ҡатнашты. "Легенды хоккея" 14:7 иҫәбе менән еңде, Путин үҙе генә 9 шайба индерҙе.

"Россия 1" каналындағы "Москва. Кремль. Путин" программаһында Владимир Владимирович командала минең менән бергә Рәсәйҙең иң яҡшы спортсылары уйнай тип белдерҙе.

"Был Путиндың командаһы түгел, был хоккей "йондоҙҙары" командаһы, шуға ла улар еңеү яулай. Улар менән уйнауы рәхәт - улар гениаль уйнай. Һәр береһе донъя чемпионы, Олимпия уйынында еңгән, Стэнли Кубогын бер генә тапҡыр түгел, хатта бер нисәне яулаған", - тине Путин.

Ил башлығы боҙҙағы был осрашыу күңел кинәнесе өсөн булды һәм "иҫәпкә әһәмиәт бирмәйем" тип белдерҙе.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға