«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эҫе көндәр дауам итәсәк



12.05.2019 Эҫе көндәр дауам итәсәк

Алдағы өс көндә лә ҡайнар ҡояш хакимлыҡ итәсәк тип белдерә.

Бөгөн, 13 майҙа республикала алмашыусан һауа торошо көтөлә. Урыны менән йәшенләп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундыына 2-7 метр тиҙлек менән иҫәсәк. Һауа температураһы көндөҙ 27-32 градус көтөлә.

14 майҙа төндә урыны менән, көндөҙ тотош республика буйынса ямғыр яуасаҡ. Төнөн 12-17, урыны менән 8 градус йылы, көндөҙ 25-30 градус йылы буласаҡ.

15 майҙа ла ямғыр, урыны менән йәшенле ямғыр вәғәҙәләйҙәр. Төндә плюс 10-15, урыны менән 5 градус, көндөҙ - 20-25 градус, көнсығыш райондарҙа 15 градусҡаса бер аҙ һыуытасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға