«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәкшәмбегә көн торошо ҡатын-ҡыҙ кәйефе кеүек



11.05.2019 Йәкшәмбегә көн торошо ҡатын-ҡыҙ кәйефе кеүек

Был май айымы, июлме? Шулай тип уйларлыҡ та. Синоптиктар, эҫе дауам итәсәк, ти.

Иртәгә, йәғни 12 майҙа көн эҫе буласаҡ. Республикала уртаса +27, +32 градус.

Был ғына ла түгел әле. Урыны менән ҡойоп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр ҙа яуасаҡ, йәшен дә йәшнәйәсәк, арыу ғына көслө еле лә иҫәсәк.

Өфөлә көндөң бик эҫе (+32 тирәһе), ҡоро тороуы күҙаллана.








Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға