«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төн. Боҙ. Сәкәндәр шаҡылдай...



10.05.2019 Төн. Боҙ. Сәкәндәр шаҡылдай...

Сәкәнен ышаныслы тотҡан 11-се һанлы уйынсы ҡапҡаға табан 10 шайба һелтәп, командаһына еңеү килтерҙе. Был Сочи. Төнгө матч. Һәм Президент үҙе.

Владимир Путин, йола буйынса һөжүмсе сифатында боҙға сыҡты. "Хоккей легендалары" һәм Төнгө хоккей лигаһы командалары көс һынашты. Иҫәпте Путин асты ла, уның артынса Сергей Шойгу ҡыҙып китте. Еңделәр инде. Иҫәп 14:7. Тегеләр, ҡаршы яҡ команда, әллә бигерәк "ыслабый" булды.

Президент хоккейҙа бер нисә йыл уйнай. Хатта матчтарға йыш ҡына сит илдән дә коллегаларын саҡыра, ти.
Был Төнгө лига 2011 йылдан бирле үткәрелә. Унда ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уйнай. Төнгә ҡаршы телевизор төбөндә ултырыу түгел инде.

Ә беҙҙә хоккей бер аҙға онотолоп торҙо. Урамда иҫ киткес тәмле муйыл сәскәһе еҫе. Ауылда кәкүк саҡыра. Күктә болоттар ҡуйыра. Хәҙер генә дөбөрләп ямғыр ҙа яуыуы ихтимал.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға