«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бабичҡа һәйкәл урыны һайланды



10.05.2019 Бабичҡа һәйкәл урыны һайланды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин:

- Башҡорт халҡының бөйөк улы Шәйехзада Бабич һәйкәле урынын билдәләү буйынса комиссия эшендә ҡатнаштым. Оҙаҡ эҙләгәндән һәм һайлағандан һуң Зәки Вәлиди урамы башланған урында Телеүҙәк алдын һайланыҡ.

Беренсенән, бөйөк Салауат батыр һәйкәленән йыраҡ түгел, икенсенән көрәштәше Зәки Вәлиди урамында мөһәбәт булып ҡаршы алып торасаҡ!

Алла бирһә, июнь аҙағында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы көндәрендә Бабич һәйкәлен асырға яҙһын!!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға