«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Был беҙҙең бурыс!" - гимназистар



09.05.2019 "Был беҙҙең бурыс!" - гимназистар

Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары йыл да тиерлек “Үлемһеҙ полк”ка сыға. Төрлө райондан йыйылған балалар ветеран олатайҙары менән сафта үтеүҙе ҙур бурысы тип һанай.


“Гимназиябыҙҙа иртә менән “Үлемһеҙ полк” үтте. Үҙебеҙҙәге сара тамамланыу менән бында ашыҡтыҡ”, — тиеште ҡыҙҙар-егеттәр. Уларҙың һәр береһе ғәзиздәре тураһында бик күпте һөйләй ала. Инсаф Мәрүиев — Асҡын районының Ҡашҡа ауылынан олатаһы Хәйрислам Ҡазыханов, Айгиз Мәҡсүтов — Ишембай районының Ғүмәр ауылынан Ғариф Мәҡсүтов хаҡында бик күпте белә һәм улар менән ихлас күңелдән ғорурлана.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Автор фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға