«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәйбулланың "Үлемһеҙ полкы" өс меңдән ашыу кешене йыйған



09.05.2019 Хәйбулланың "Үлемһеҙ полкы" өс меңдән ашыу кешене йыйған

Хәйбулланың "Үлемһеҙ полкы" өс меңдән ашыу кешене йыйғанСәлимә Байгилдина-Ғафарова хәбәр итә:

- Хәйбулла районында Аҡъяр ауылының үҙәк урамы буйлап Еңеү паркына тиклем дауам иткән “Үлемһеҙ полк”акцияһы бөгөн 3 мең ярым кешене йыйҙы. Халыҡ сараға туғандарының, яҡындарының фотоһүрәттәрен тотоп сыҡҡан. Акцияла ҡатнашыусылар араһында балаларҙың күп булыуы һөйөндөрә.

Йылдан-йыл был акцияла ҡатнашыусылар һаны арта барыуы аңлашыла. Һуғыш еле бер ғаиләне лә ситләп үтмәгән. Бөгөн еңеү яулап әйләнеп ҡайтҡандар, сит тупраҡта ятып ҡалғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар, тыл ҡаһармандары - Еңеү һалдаттары бер майҙанда, бер сафта.

Бөйөк Еңеүгә 74 йыл үтһә лә, һуғыш шаңдауы онотолмай. Һәр бер ғаиләнең был дәһшәтле йылдар менән бәйле үҙ тарихы, хәтирәһе бар.
Хәйбулла районы ғына ут эсенә 7 меңдән ашыу ул һәм ҡыҙын оҙата, уларҙың яртыһы тиерлек яу ҡырында ятып ҡала, ә бөгөн майҙанға сығыусылар ошо ҡаһармандарҙың вариҫтары. "Үлемһеҙ полк" акцияһы шаңлы үткәнебеҙҙе данлаусы халыҡ байрамына әйләнде тип әйтергә мөмкин.
Үкенскә күрә фоторәсемдәр һаны тулылана барған һайын тере һалдаттарыбыҙ сафы һирәгәйә бара.

Хәйбулла районында бөгөн 7 һуғыш ветераны йәшәй. Тол ҡатындар 63, тыл ветерандары - 171.
Еңеү байрамы сараларында 7 ветераныбыҙҙың 3-һе генә ҡатнаша алды. Ҡалғандары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Һәр береһенең өйөндә булып хәл-әхүәлдәрен белешеп, байрам күстәнәстәрен тапшырҙылар.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға