«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 147 көн түҙһәгеҙ...



08.05.2019 147 көн түҙһәгеҙ...

Сибайҙағы карьер мәсьәләһе был. "Сибай, дыши!" төркөмө ағзалары УГОК вәкилдәре менән осрашып һөйләшкән.

Һәм шундай мәғлүмәт бирелгән: карьерҙы тултырыу тағы ла 147 көн дауам итәсәк. Эштең икенсе этабы бара. 13 май тирәһендә һыу тултырыу проекты ҡабул ителергә тейеш. Унан һуң 20 метр тултыралар. Бер ай самаһынан һуң, кәрәкһә, тағы 20 метр. Шулай 147 көн үтәсәк.

Ҡала халҡы көкөрт диоксиды нормаһының йыш ҡына артып китеүен күҙәтә. Нисек барып бөтөр был проблема?..





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға