«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ишейҙәр "Үлемһеҙ полк"та үтте



08.05.2019 Ишейҙәр "Үлемһеҙ полк"та үтте

- Бөгөн Баймаҡ районының Ишей ауылы“Үлемһеҙ полк” акцияһына ҡушылды, - тип хәбәр итте беҙгә Лилиә Мусина.

- Был ҡанлы һуғыш беҙҙең Ишейҙе лә урап үтмәгән. Бәләкәй генә ауылыбыҙҙан 49 ир-егет һуғышҡа алынған, шуларҙын 19-ҙы батырҙарса һәләк булып, яу яланында ҡалған. 30 яугир енеү яулап, тыуған ауылыбыҙға кире әйләнеп ҡайтҡан.

Бөгөнгө сарала ауылдағы берҙән-бер тыл ветераны Мәстүрә инәй Ҡарасуринаны ла ҡотлап үттек. Уға Темәс ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Айгөл Байрамғолова Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Ҡотлау хатын тапшырҙы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға