«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә мотомиҙгел асыла



08.05.2019 Өфөлә мотомиҙгел асыла

“Төн бүреләре” мотоклубы байкерҙары 11 майҙа Өфө халҡын һәм ҡала ҡунаҡтарын Салауат Юлаев майҙанына саҡыра.

Байрам көндөҙ сәғәт 1-ҙә башлана. Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Хәбировтың килеүе көтөлә, тип хәбәр итте мотоклуб ағзаһы Руслан Дорошенко.
Күрһәтмә сығыштар киске сәғәт 5-тә, концерт сәғәт 6-ла планлаштырылған.
Киске сәғәт 10-сы яртыла - байрам салюты.

Иртәгәһенә, 12 майҙа, “Искра” кинотеатрында бушлай “Русский реактор” фильмын ҡарарға мөмкин.
Сеанс киске сәғәт 5-тә башлана.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға