«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Парадҡа хәрби техника килтерелә



08.05.2019 Парадҡа хәрби техника килтерелә


9 майҙа баш ҡалабыҙҙың Октябрь проспектында беренсе тапҡыр хәрби техника һәм хәрбиҙәр ҡатнашлығында парад уҙасаҡ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәрби техниканы Мәскәү өлкәһендә уникаль «Техника музейы» ойошторған Вадим Задорожный тәҡдим итә. Красногорскиҙан килтерелгән хәрби автомобилдәрҙән тыш, үҙебеҙҙәге хәрби подразделениелар ҙа техникаһын йәлеп итәсәк. Парад урамдарҙа урынлаштырылған экрандар аша трансляцияланасаҡ. Ленин исемендәге майҙанда һәм Еңеү паркында ретро техника күргәҙмәһе менән дә танышырға мөмкин.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Интернеттан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға