«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғауғаларға кәрәкмәй



07.05.2019 Ғауғаларға кәрәкмәй

Ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында (мәҫәлән, "Рәсәй гәзите"нең федераль сығарылышында) "Мир" картаһын файҙаланыу буйынса яңылыш мәғлүмәт баҫылып, халыҡты аптыратты. Унда, 1 майҙан алып социаль түләүҙәр (эшһеҙлек буйынса пособие, балалар пособиелары) тик "Мир" картаһына ғына күсереләсәк, башҡа карталарға күсерелмәйәсәк, тиелгән.

Ләкин был хәбәр дөрөҫлөккә тура килмәй. Ысынында иһә, 2019 йылдың 1 майынан яйлап "Мир" картаһына күсереләсәк социаль түләүҙәрҙең теҙмәһен билдәләгән РФ Хөкүмәтенең ҡарары үҙ көсөнә инде (эшһеҙлек буйынса пособие, балалар пособиелары, Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүселәргә пособиелар, хәрби пенсионерҙарҙың пенсиялары).

Банк карталарын алыштырыуҙа бер ниндәй ҙә ашыҡтырыу юҡ! Халыҡ-ара түләү системаларының карталары "Мир" милли түләү системаһы карталарына тәүгеләренең ҡулланыу осоро сыҡҡанда алыштырыласаҡ. Шулай ҙа иң һуңғы дата аныҡланған -2020 йылдың 1 июле.

Социаль пособиелар күсереү өсөн "Мир" картаһы бушлай асыла.

Шуға ла ғауғаларға кәрәкмәй, иптәштәр, барыһы ла үҙ яйы менән китеп барасаҡ!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға