«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәнә янғын, йәнә үлемдәр...



07.05.2019 Йәнә янғын, йәнә үлемдәр...

Уҙған төн тағы ла ут ҡорбандарын килтерҙе. Дәүләкән ҡалаһының Октябрь урамында ике яҡ фатирлы йорттоң бер яғы яныу һөҙөмтәһендә 30 йәшлек ҡатын һәм уның 10 йәшлек малайы һәм 6 йәшлек ҡыҙы һәләк булған.

Утты өс берәмек техникала килгән 7 янғын һүндереүсе һүндергән.

Шаһиттар әйтеүенсә, үлгән ҡатын кисә эскән булған. Ул ике йыл элек тол ҡалған, аҙаҡтан бер ир менән ҡуша йәшәй башлаған. Ғаиләлә даими рәүештә ыҙғыш ҡупҡан, балалар урындағы опека бүлегендә иҫәптә торған.

Ут тәүҙә соланда тоҡанған, төтөн өйгә киткән. Йоҡлап ятҡан әсә һәм балалар һөрөм газына тонсоҡҡандар. Ярай өйҙөң теге яғында йәшәүселәр тере ҡалған, ялҡын ул яҡҡа барып етмәгән.

Фажиғә сыҡҡан йортта янғын извещателе ҡуйылмағаны асыҡланған. Әле тәфтишселәр янғынға электр сымдарының боҙоҡ булыуы йәки ут төртөу сәбәпле тигән фараздарҙы тикшерә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға