«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙа өс игеҙ тыуған



07.05.2019 Сибайҙа өс игеҙ тыуған

Сибай ҡалаһынан яҡшы хәбәрҙәр ҙә килә ул. Бына бер нисә аҙна ғына элек унда һуңғы 30 йылда тәүгә өс игеҙ бала тыуған.

Бер юлы өс сабый донъяға килгән ғаилә башҡорт ғаиләһе булмаһа ла, беҙ шатбыҙ. Барыбер үҙебеҙҙең Сибайҙа кеше арта. Мария һәм Денис Ивановтарҙың ике ҡыҙы һәм бер улы тыуған. Һуңғы тапҡыр өс игеҙәкте был ҡалала 1989 йылда теркәгәндәр.

Ивановтар әйтеүенсә, тәүҙә УЗИ ике яралғыны күрһәткән. Һуңғараҡ уларҙың өсәү булыуы асыҡланған.
Анастасия, Елизавета, Степан бәхетле булып үҫһен, уларҙы һәм, әлбиттә, бөтә Сибай халҡын, теләһә ниндәй ағыулы газ-маз йонсотмаһын.

Әйткәндәй, йыл башынан республикала өс тапҡыр өс игеҙәк тыуған. Әле йылдың әллә күпме айы бар. Девизыбыҙса, вперед, Башҡортостан!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Госкомитет РБ по делам юстиции.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға