«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кем депрессияла? Һайлап ҡына көй тыңлағыҙ



06.05.2019 Кем депрессияла? Һайлап ҡына көй тыңлағыҙ

Депрессияға бирелеүсән кеше моңһоу музыка ярата. Баҡһаң, ундайҙар үҙҙәренең был хәлен тағы ла көсәйтергә, ошо торошта оҙағыраҡ ҡалырға тырыша, имеш.

Психологтар шулай ти торғайны. Ә бер төркөм сит ил ғалимы, тикшеренеүҙәр үткәргән дә, башҡасараҡ һығымтаға килгән.

Меланхолик музыка (халыҡсан телдә әйтһәк, илатҡыс йыр йә көй) депрессияға дусар булыусыларға, киреһенсә, тынысланырға булышлыҡ итә икән. Музыкаға ҡушылып, илап ултырмайһың, ә тыңлап, тынысланып, йоҡомһорап, нормаль хәлгә киләһең, ти.

Тәжрибәлә 76 студентты ҡатнаштырғандар. Шулар араһында 38-е депрессияла булған. Музыка тыңлай торғас, һауыҡҡандар.

Көйҙәр төрлө булған: “бейеткестәре” лә, бойоҡтары ла. Теге 38 депрессиялағы студент моңһоу көйҙәрҙе һайлаған. Баҡһаң, тап шундайҙар уларҙы тынысландырған.

Тә-әк, беҙ студент саҡта Татьяна Буланованың илатҡыс йырҙарын тыңлап кинәнә торғайныҡ. Шулар депрессиянан сығырға ярҙам иткән инде, рәхмәт яуғыры.

Беҙҙең эстрадала моңһоу, бойоҡ, “бәхетһеҙ” көй-моңдар бармы ул? Дауаланыр инек...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға