«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Миҙалдарҙы сүплеккә ташлағандар



06.05.2019 Миҙалдарҙы сүплеккә ташлағандар

Һеҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, батырлыҡтар күрһәтеп, илебеҙҙең азатлығы өсөн һуғышҡан яугир олатайҙарығыҙҙың орден - миҙалдарының ҡайҙа һаҡланғанын беләһегеҙме? Уларҙың документтары, наградалары ҡайһы туғандарығыҙҙа?
Сахалинда берәү санкцияланмаған сүплектә бер Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының орден- миҙалдары тағылған пинжәген, кеҫәһендә ятҡан паспортының күсермәһен табып алған. Унда « Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены, 2 дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, күп һанлы юбилей миҙалдары , «Эске эштәр органы ветераны» билдәһе булған. Ир һәр ғаиләлә ҡәҙерләп кенә һаҡлана торған әйберҙе туғандарына кәрәкмәһә, музейҙа булһа ла һаҡланыр тип, ДОСААФ ойошмаһына тапшырған. Улар туғандарын эҙләп тапҡан. 1926 йылғы ҡарт оҙаҡ йылдар янғын һүндереү часында эшләгән, ҡаланың хөрмәтле кешеһе булып сыҡҡан. Асыҡлауҙарынса, ветерандың ҡыҙы быйыл ғына вафат булған атаһының өйөн йыйыштырырға клининг компанияһы йыйыштырыусыларын саҡырған. Улар кәрәкмәгән әйберҙәрҙе сүплеккә ырғытҡан. Атай кешенең ҡәҙерле әйберҙәре балаларына кәрәкмәгәс, ташлағандар инде. Йыйыштырыусыларҙы ғәйепләү анһат та ул…





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: АСТВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға