«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республика баҫыуҙарының өстән бер өлөшөндә яҙғы сәсеү тамамланған



06.05.2019 Республика баҫыуҙарының өстән бер өлөшөндә яҙғы сәсеү тамамланған

6 майға ҡарата Башҡортостанда 612 мең гектар ярауай культуралар сәселгән. Был планға ҡарата 31 процент тәшкил итә.

Эштә иң юғары темпты көньяҡ урман-дала райондары күрһәтә - улар сәсеүҙе яртылаш тамамлаған. Илеш районында яҙғы баҫыу культураларының өҫтән ике өлөшө сәселгән.

Дөйөм алғанда, республиканың барлыҡ райондары ла яҙғы сәсеү менән булыша. Тәбиғәт шарттары арҡаһында яҙғы баҫыу эштәрен һуңыраҡ башлаған көньяҡ-көнсығыш райондары ла башҡаларҙан ҡалышмай - уларҙа планлаштырылған майҙандарҙың 7 проценты эшкәртелгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Минсельхоз РБ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға