«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Оҙайлы ялдар ниңә халыҡты алйыта?



06.05.2019 Оҙайлы ялдар ниңә халыҡты алйыта?

Һуңғы ваҡытта үҙен сәйер тотҡан кешеләр артҡандан-арта. Бигерәк тә ҡала ерендә инәнән тыума килеш йөрөүҙе бер ни тип тә күрмәйҙәр.

Бер-нисә көн элек Өфөнөң Интернациональ урамында бер ирҙең шыр яланғас һүгенеп йөрөүе социаль селтәрҙә таралды. Ә 1 Май байрамында Стәрлетамаҡта бер ҡатын туҡталышта инәнән тыума сисенеп, ниндәйҙер бер Толикты һүгеп һүкте. Ул наркотиктың сифатһыҙ булыуына ла зарланды. Күптән түгел әлеге лә баяғы Стәрлетамаҡта бер ир юл уртаһына ултырып, сәждәгә киткән кеүек хәрәкәттәр яһағайны.

Оҙайлы ялдарҙың психик яҡтан тотороҡһоҙ кешеләр өсөн файҙаһына ҡарағанда зыяны күп, ти психотерапевтар. Артыҡ күп ял итеп, ундайҙар спиртлы эсемлектәр, наркотик матдәләрҙе иркенләп ҡуллана һәм адекват булмағанса ҡылана.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға