«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Лениндар һоло сәсеүгә төштө



06.05.2019 Лениндар һоло сәсеүгә төштө

...Көндөң кискә ауышҡан мәле. Тәжрибәле механизаторҙар, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Наил Солтанов һәм Айрат Бүкәнбаев агрегаттары, 125 гектарҙы биләгән “Арҡыса” баҫыуында һоло сәсеүҙе тамамлап, эргәләге “Аласыҡ” баҫыуына күсте. Баш агроном Урал Әхмәтйәнов, баҫыу батырҙары менән ҡыҫҡа кәңәшмә үткәреп, артабан да эште ойошҡанлы дауам итеү, тейешле технологияны күҙәтеү, сифатты күҙ уңынан ысҡындырмау бурысын ҡуйҙы. Сөнки быйылғы шарттарҙа яҙғы баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта атҡарыу маҡсат итеп ҡуйыла – дымдың аҙ булыуы, яуым-төшөм булмауы, етмәһә, туҡтауһыҙ ел иҫеүе шуға этәрә лә.

Әлеге миҙгелдә Ленин исемендәге кооперативҡа бөтәһе 2300 гектарҙа яҙғы сәсеүҙе атҡарыу бурысы тора. Шул иҫәптән иген культуралары 1412 гектарҙы биләйәсәк: бойҙай – 532, арпа – 480, һоло 400-ҙө тәшкил итәсәк. Бынан тыш, 500 гектарҙа бер йыллыҡ үләндәр, атап әйткәндә, соргосудан үләне, һоло менән рапс ҡатнашмаһы, 250 гектарҙа рапс һәм 140 гектарҙа донник сәсеү күҙ уңында тотола.

Йыл да яуаплы миҙгелгә данлыҡлы хужалыҡтың һыналған коллективы юғары кимәлдә әҙерләнә һәм яҙғы баҫыу эштәрен алдынғы технологиялар нигеҙендә атҡарып сыға. Быйыл да шулай булды: мәлендә ойоштороу эштәре хәл ителде, хужалыҡтың инженерия хеҙмәтенең, бригада етәкселәренең тырышлығы менән техник-агрегаттар әҙерлек һыҙығына баҫтырылды, орлоҡ фонды яңыртылды.

Ленин исемендәге АХК районда иң беренселәрҙән булып яҙғы баҫыу эштәренә тотондо – күп йыллыҡ үлән майҙандарын тырматыуға һәм дым ҡаплауға төштө, уны ваҡытында тамамланы. Барлығы 876 гектарҙа тырматыу эштәре атҡарылды, 600 гектарҙа дым ҡапланды. Майҙандар һурығыу менән игенселәр сәсеүгә тотондо.

Бөгөн тәжрибәле механизаторҙар Наил Солтанов, Айрат Бүкәнбаев, Айрат Туйсин, Ғәйзулла Сағынбаев агрегаттары төп көстө һоло сәсеүгә йүнәлткән. Орлоҡ ташыуҙа механизаторҙар Салауат, Ҡәнзәфәр Гөлбәйетовтар, Самат Сәйетов, водитель Зәбир Ишкинин, катуклауҙа Хадарис Мортазин, сәсеүселәр Рәмил Солтанов, Данил Әхмәтшин, Рәмил Күсәрбаев, Азамат Дәүләкәнов, Альберт Гөлбәйетов һәм Ильяс Бикҡолов намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Уларҙың тырышлығы менән 450 гектарҙа сәсеү эштәре атҡарылған.

Йәмил Үҙәнбаев етәкләгән ырҙын табағы коллективы орлоҡто әҙерләү, әле уны баҫыуҙарға оҙатыу эшен яҡшы ойоштора. Механизатор Илшат Сирбаев, эшселәр Дамир Сәлимов, Заһир Салихов был хеҙмәт фронтында һынатмай. Миңзәлә Ишалинаның ашнаҡсылар коллективы баҫыу батырҙарын тәмле аш-һыуы менән һөйөндөрә.



Хеҙмәт кешеһен дәртләндереү, эшен күтәрмәләү маҡсатында ярыш шарттары булдырыу, удар 1, 3 көнлөктәр ойоштороу, алдынғыларҙы аҡсалата бүләкләп барыу хужалыҡта матур йолаға әүерелгән һәм ул үҙенең тос емештәрен бирә.

Танылған ауыл хужалығы производствоһы етәксеһе Ғәлим Булат улы Сәлимов етәкләгән коллектив йылдың-йылы төп тармаҡтарҙы үҫтереүҙә, миҙгелле кампаниялар ойоштороуҙа башҡаларға үрнәк күрһәтә, райондың ғорурлығы булып тора. Яҙғы баҫыу эштәрен дә лениндар ҡыҫҡа ваҡытта – ун-ун ике көн эсендә атҡарып сығыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Быға шикләнмәҫкә мөмкин – хужалыҡтың уға бөтөн мөмкинлеге лә бар, дәрт-дарманы ла етерлек.

Бер үк ваҡытта кооперативтың башҡа участкаларында ла эш гөрләп тора. Әле бында малдарҙы йәйләүҙәргә күсереү, тармаҡтағы башҡа мәсьәләләр менән әүҙем шөғөлләнәләр.

My Webpage





Автор: А. Мөхәмәтшин
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға