«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Олатайҙар миҙалдары «Юлдаш»та тарих һөйләй



06.05.2019 Олатайҙар миҙалдары «Юлдаш»та тарих һөйләй

Еңеү көнө яҡынлаша. Фашизмды еңеү өсөн 26 миллиондан ашыу ҡорбан биргән илдә был байрам элегерәк һағышлы күҙ йәштәре менән шатлыҡ хистәре өйөрмәһе булһа, хәҙер уның әһәмиәте күберәк илһөйәрлек тойғолары менән һуғарылған.

“Юлдаш” радиоһында иғлан ителгән “Олатайым миҙалдары” рубрикаһы Еңеү яҙын килтергән, илебеҙ тыныслығы өсөн, яҡты киләсәк хаҡына ғүмерен аямаған яугирҙарға бағышлана һәм радио тыңлаусыларҙы батырҙарыбыҙҙы иҫкә алырға өндәй. Һәр миҙалда – илен һаҡлаған һалдат яҙмышы. Һәр награданың тетрәндергес тарихы бар. Һәр береһе әҫәр, кино, драма сюжеты булырлыҡ.

“Заманалар булған элгәре, булған илдең батыр улдары” тигәндәй, заты-нәҫелендәге яу юлын намыҫлы үтеүсе яҡындары булғандар ер, тыуған ил, халыҡ хаҡына батырлыҡ ҡылыусылар тураһында уйландырырлыҡ тарихтар яҙа. Әлеге мәлдә “Олатайым миҙал­дары” рубрикаһына дүрт тиҫтәнән ашыу хәбәр килде. Битараф ҡалмаусыларҙың һәм­мәһенә рәхмәтебеҙ ҙур.

Олатайҙарыбыҙ миҙалдары тарихтарын май байрамдары көндәрендә “Юлдаш” радиоһы тулҡын­дарында ишетерһегеҙ. Һәр бер тарих “Бәйләнештә” селтәрендә радионың рәсми сайтында ла урын алыр. “Йәшлек” гәзитен уҡыусыларҙы, тың­лаусыларыбыҙҙы байрам менән ҡотлайбыҙ. Ил-еребеҙ тыныс, донъялар имен булһын! Миҙалдарҙы хеҙмәт ҡаҙа­ныштары өсөн генә алып йәшәргә яҙһын!





Автор: Н. КИНЙӘБАЕВА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға