«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кола ярымутрауында йәшәүсе башҡорттар күреште



06.05.2019 Кола ярымутрауында йәшәүсе башҡорттар күреште

Люциә Швецова хәбәр итә:

4 майҙа Мурманск ҡалаһында бик әһәмиәтле ҙур сара үтте - Кола ярымутрауында йәшәүсе яҡташтарыбыҙ осрашты.

Сараны башҡорт рухлы Әлиә Яганшина, Айгөл Усманова, Люциә Швецова оойшторҙо. Осрашуҙа 40-тан ашыу милләттәштәребеҙ ҡатнашты.

Кисәне алып барыусылар Люциә Швецова менән Зилә Билалова ҡунаҡтар өсөн бай йөкмәткеле программа әҙерләп үткәрҙе. Унда йыр, бейеү номерҙары, танышыу сәғәте, Башҡортостан тураһында этно-квест уйыны булды.

Баренц диңгеҙе буйында Баймаҡ ҡыҙы Люциә Әфтәр ҡыҙы Швецова етәкләгән, 5 йылдан ашыу уңышлы эшләп килгән башҡорт татар клубы "Умырзая" "Башҡортостан - тыуған төйәгем" исемле күргәҙмә ойошторҙо.

Ҡырҙа йәшәгән милләтәштәребеҙгә яҡташыбыҙ Башҡортостан ҡунағы MS BASH (Загит Ҡунафин) дәртле сығышы ҙур бүләк булды.
Бар ҡунаҡтарға ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, сәй өҫтәле милли ризыҡтарға һығылып торҙо. Байрамда күңелле башҡорт ритаямы ла дәртле һәм әүҙем уҙҙы.

Шундай башҡорт рухлы байрам ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Ошондай саралар киләсәктә лә ҡабатланып торор тип ышанабыҙ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға