«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һеҙҙең иғтибарға бик тә мөһим телефон һандары



04.05.2019 Һеҙҙең иғтибарға бик тә мөһим телефон һандары

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы урман янғындары тураһында хәбәр итеү өсөн "ҡыҙыу линия" телефондарын иғлан итте.

Ут сыҡҡанын күрһәгеҙ, битараф ҡалмаҫһығыҙ, моғайын.

Министрлыҡ ҡарамағындағы төбәк диспетчер хеҙмәтенең телефон һандары: (347) 218-14-14. Тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Урман һағы буйынса Берҙәм федераль номер: 8-800-100-94-00

Онотмағыҙ: әле республикала янғынға ҡаршы айырым тәртип индерелде. Урманда, уның янында усаҡ яғырға, ҡый яндырырға ярамай.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға