«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыҙынырға әҙерләнегеҙ



04.05.2019 Ҡыҙынырға әҙерләнегеҙ

Ҡыҙынырға әҙерләнегеҙТағы бер-ике көн түҙегеҙ был елгә һәм һеҙҙе артабан ысын йәй көтә. Йәғни, ул йәйҙе беҙ үҙебеҙ көтәбеҙ. Июнгә байтаҡ ваҡыт булһа ла, ошо арала эҫе буласаҡ.

20 градустан йылыраҡ көндәр был йәкшәмбелә үк башлана.

Синоптиктар фаразлауынса, 5 майҙа +22 булһа, дүшәмбенән термометр бағанаһы 25 градустан да аҫҡа төшмәйәсәк. Ә 11 майҙа иһә +27 градус булыуы күҙаллана.

Тәүге май байрамдарында, көслө ел арҡаһында баҡса эштәрен әллә ни ырата алмаһағыҙ, Еңеү парадынан ҡайтыуға, йылы ғына булған тупраҡҡа рәхәтләнеп орлоҡ төртөп сығырға ҡулай ғына көндәр буласаҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға