«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әүлиә шишмәһендә һыу бәреп сыҡты!



04.05.2019 Әүлиә шишмәһендә һыу бәреп сыҡты!

Әүлиә шишмәһендә (Учалы районында) һыу күренеү менән, халыҡ унда ағыла ла башланы. Һыуҙың сығыуы тураһында Фәнүр Шаһиев хәбәр итте.

Шишмә яҡынса ай ярым аға, йәғни шифалы һыуҙы июндең урталарына тиклем килеп алырға мөмкин. Уны тик эсергә генә файҙаланыр кәрәк, йыуынырға, бешеренеүҙә тотонорға йәки башҡа хужалыҡ эштәрендә ҡулланырға кәрәкмәй, шуға ла самаһын белеп алырға, ҡомһоҙлоҡ күрһәтергә ярамай. Юғиһә, ситтән килгән ҡайһы берәүҙәр һыуҙы феләк-феләк ташый башлай.

Һыу һатылмай, уны бушлай алырға мөмкин, машина өсөн генә хаҡ (50 һум) түләргә кәрәк буласаҡ. Йыйылған аҡсалар шишмәне тәрбиәләргә, юлды рәтләргә, бәҙрәфтәрҙе тәртиптә тоторға, Иҫке Байрамғол ауылы мәнфәғәтендә тотонола.

Фәнүр Шаһиевтың һүҙе буйынса, 20-25 майға тиклем һыу мул аға, һуңынан уны насос ярҙамында "шәбәйтәсәктәр".

Байрам һәм ял көндәрендә халыҡ үтә күп була, айырыуса сәғәт 11-17 тирәләрендә. Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре шишмәгә экскурсия автобустары ла килеп тула торған. Һәр автобуста 30-50 кеше икәнен иҫәпләгәндә лә, сиратта бер нисә сәғәт тороу ихтималлығы артыуын үҙегеҙ ҙә аңлап тораһығыҙҙыр. Дүшәмбе-кесаҙна сираттар юҡ тиерлек. Яҡын-тирәлә йәшәүселәр эш көндәрендә йәки киске алтынан һуң шишмәгә барһа, һис бер ҡатмарлыҡһыҙ һыу алып ҡайта ала.

Һыу артынан килеүселәр, зинһар, шишмәне, тауҙы бысратмағыҙ, сүпләмәгеҙ! Үҙегеҙ менән талпан, серәкәйҙәргә ҡаршы репелленттар алырға онотмағыҙ! Тау-таш араһында йыландарҙың да булыуын иҫегеҙҙән сығармағыҙ.

Шифалы һыуҙы килеп алып, имен-һау ҡулланырға яҙһын!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Ф. Шаһиев.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға