«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөләге телевышканың яҙмышы ҡыҙыҡ ҡына хәл ителмәксе



02.05.2019 Өфөләге телевышканың яҙмышы ҡыҙыҡ ҡына хәл ителмәксе

Өфөләге телевышканың яҙмышы ҡыҙыҡ ҡына хәл ителмәксеЙәй көнө беҙ цифрлы телевидениеға күсәбеҙ. Бер аҙ билдәһеҙлек тә булып тора әле. Бик яҡшы нәмәлер инде ул цифр, ә? Шундуҡ һорау тыуа: Телеүҙәктәге вышка нишләр икән?

Ул бит инде үҙенә күрә Өфөнөң йөҙө. БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов телевышканы бик тә үҙенсәлекле һәм кәрәкле итеп файҙаланып буласағын белдерҙе.

Яп-ябай: телеүҙәккә бараһың да, вышкаға менеп, тирә-йүнде күҙәтәһең. Матурлығыыыы!

Вышканың эйәһе - федераль предприятие. Уның етәкселеге менән был хаҡта һөйләшергә мөмкин. Ҡулланыу туҡталғас, конструкцияны алып ташлауы әллә нисек тә. Шуға ла вышканан күҙәтеү майҙансығы яһау отошлораҡ. Хатта шуны ла фаразларға батырсылыҡ итәм: бында халыҡ бик күп буласаҡ. Оҙон сират та теҙелмәгәйе.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға