«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө урамдары ниңә ябыла?



01.05.2019 Өфө урамдары ниңә ябыла?

Баш ҡалала өс көнгә айырым юлдарҙы ябалар.

Бөтәбеҙ ҙә көтәбеҙ: 9 Майҙа Еңеү парады буласаҡ. Был көндө Октябрь проспектында транспорт йөрөшө сикләнә.

Галле урамы тапҡырынан Руставелиға тиклем иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 13 сәғәткәсә ябыла.

5 һәм 7 майҙа - парадтың репетицияһы. Ул ваҡытта ла урам ябыласаҡ. Киске сәғәт 20:30-ҙан 23:00-гә Октябрь проспектында Шәфиев һәм Кольский урамдары киҫелешенә тиклем транспорт йөрөй алмаясаҡ.

Май аҙағында ҡайһы бер урамдар тағы ябылып аласаҡ.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға