«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағы сүп-сар мәсьәләһе...



30.04.2019 Тағы сүп-сар мәсьәләһе...

Был йыл башынан илдә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса реформа башланды. Анығырағы, хәҙер сүп-сар яңыса йыйыла. Ҡабатлап әйткәндә, Башҡортостанда ҡыйҙы йыйыу һәм утилләштереү буйынса (ТКО) дүрт төбәк операторы эшләй.

Реформаны уйлап сығарыусылар вәғәҙә итеүенсә, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса заманса предприятиелар төҙөләсәк, махсус контейнерҙар теҙеп ҡуйыласаҡ. Ә әлегә халыҡҡа, түләү квитанцияларындағы мәғлүмәттәр дөрөҫ булмау сәбәпле, яңы мәшәҡәттәр өҫтәлде. Операторға йә шылтыратырға йә барырға, сиратта торорға, көтөргә кәрәк...

Сүп-сар өсөн контейнерҙарға килгәндә, Өфөлә генә лә 1400 самаһы махсус һауыт алып ҡуйырға кәрәк. Республика буйынса талап ителгән һан ике-өс тиҫтәләп мең менән иҫәпләнә.

Ошо көндәрҙә район, ҡала хакимиәттәре эше буйынса төҙөлгән рейтингтың “Таҙа муниципалитет” йүнәлешендә ике критерий күҙ уңында тотолған. Беренсеһе утилләштереүгә ебәрелгән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өлөшөнөң күләме булһа, икенсеһе – ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм айырыу ойошторолған тораҡ пункттар өлөшө. “Йәшел зона”ға 13 район һәм ике ҡала ингән.

Алдараҡ, Дәүләкән районы контейнерҙар ҡуйыу буйынса республикала алда бара, тип хәбәр ителгәйне. Муниципалитет бер нисә ай элек үк 900 самаһы сүп-сар багы алған булған.

1 декабргә тиклем дүрт оператор зонаһында түбәндәге һанда контейнер алырға кәрәк:
1-се зонала — 2374
2-селә — 1671
3-сөлә — 2637. 4-се зонала иһә кәрәк күләмдең 41 проценты ғына бар.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға