«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Май байрамдарында минус 10 градусҡа тиклем һыуытасаҡ



30.04.2019 Май байрамдарында минус 10 градусҡа тиклем һыуытасаҡ

Синоптиктар Башҡортостанда тағы ла һыуытасаҡ тип вәғәҙәләй. Алдағы ялдарҙа минусҡа еткән үтә һалҡын төндәр көтөлә.

Иртәгә, 1 майҙа республикала күк йөҙө аяҙлы-болотло торасаҡ. Ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ямғыр яуасаҡ, төндә ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Ел көнсығыштан, ҡайһы берендә көньяҡ-көнсығыштан да иҫәсәк. Төндә һауа температураһы - 5, урыны менән - 10 градус һыуыҡ торасаҡ, көндөҙ иһә +7 градус йылы көтөлә.

Өфөлә аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Төндә - 2 градус һыуыҡ, көндөҙ иһә + 12 градус йылы торасаҡ тиҙәр.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға