«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин республикалағы 37 мең ветеранға открытка ебәрәсәк



30.04.2019 Владимир Путин республикалағы 37 мең ветеранға открытка ебәрәсәк

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығы уңайынан республикалағы 37 меңдән ашыу ветеранға Рәсәй Президенты Владимир Путиндан ҡотлау открыткаһы тапшырыласаҡ. Открыткалар 2 майҙан 9 майға тиклем таратыласаҡ.

Ҡотлау открыткаһының бер яғын Леонид Головановтың «Ҡыҙыл армияға – дан!» плакаты биҙәй. Икенсе яғында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы фотохроникаһы кадрҙары урынлаштырылған.

Май башында открытка алмаған ветерандарға почта уларҙы почта элемтәһе бүлексәләрендә бер ай ятҡандан һуң ҡабаттан таратасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға