«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн Рәсәйҙә Янғын һүндереүселәр көнө һәм илебеҙҙәге янғын һүндереү хеҙмәтенең 370 йыллыҡ юбилейы билдәләнә



30.04.2019 Бөгөн Рәсәйҙә Янғын һүндереүселәр көнө һәм илебеҙҙәге янғын һүндереү хеҙмәтенең 370 йыллыҡ юбилейы билдәләнә

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика янғын һүндереүселәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Тәбрикләү һүҙендә ошолай әйтелә:

"Һеҙ үҙегеҙҙе йәмғиәттәге иң хәүефле һәм хөрмәтле һөнәргә арнанығыҙ. Утлы афәтте ауыҙлыҡлаусылар кешеләрҙең ғүмерен, йорт-мөлкәтен һаҡлап ҡала.

Иң мөһиме - республика янғын һүндереүселәре гел дә хәрби әҙерлектә тора, үҙҙәренең һөнәри бурысын ысын күңел менән башҡара. Бөгөн янғын һүндереү хеҙмәте кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәренең иң йылдамы булып тора. Ул шулай уҡ халыҡты, торлаҡты, производство һәм социаль инфраструктураны һаҡлап алып ҡалыуҙа комплекслы хәүефһеҙлек сараларының береһе. Былтыр ғына уттан 3,5 мең кеше, 2 млрд һумлыҡ материаль ҡиммәттәр һаҡлап алып ҡалынған.

Һеҙҙең еңел булмаған эшегеҙ һәм батырлығығыҙ тик рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Шулай уҡ кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуға үҙҙәрен ҡорбан итеүселәр ҙә беҙҙең хәтерҙә ҡалыр. Янғын һүндереү подразделениелары киләсәктә лә Башҡортостан халҡын утлы афәттән һаҡлап ҡалыр тип ышанам.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ауыр булған эшегеҙҙә уңыштар теләйем!"





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға