«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үҙе ир, ҡағыҙҙа - ҡатын



29.04.2019 Үҙе ир, ҡағыҙҙа - ҡатын

Был донъяла ниҙәр генә юҡ. Хәҙерге заман беҙҙе бигерәк аптырата.

Мутлашыусылар йылдан-йыл яңыса алымдар уйлап таба. Их, шул аҡылдарын дөйөм үҫеш өсөн ҡулланһалар, ә! Юҡ инде, гел үҙ файҙаларына.

Бына Өфөлә бер ир, ҡотҡарыу хеҙмәте эшсеһе, мутлығы менән ярты миллион һум аҡса эшләгән.

Вазифаһынан файҙаланып, ул бер ҡатынды "эшкә алған". Йәғни, ойошмала ҡатынды иҙән йыуыусы итеп фиктив теркәгән дә... рәхәтләнеп уның аҡсаһын алып ятҡан. Белмәйем, был нисә йыл дауам иткәндер, әммә сумма арыу ғына йыйылған: 500 мең һум булып киткән.

Тик мутлашыусы нимәнелер уйлап еткермәгән, тотолған меҫкен. Миллионер булып өлгөрмәгән. Әле уға ҡарата енәйәт эше асылған. Их-ти, теге ярты миллионын нишләтте икән?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға