«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров - көрәшселәр рәйесе



29.04.2019 Радий Хәбиров - көрәшселәр рәйесе

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың спорт көрәше федерацияһы ағзаларының йыйылышы үтте.

Көн тәртибендә федерацияға яңы президент, урынбаҫарҙар, башҡарма комитет ағзалары, попечителдәр советы рәйесе һайлау бар ине.

Сарала спортҡа битараф булмаған республика Башлығы үҙе лә ҡатнашты. Беләһегеҙ, Радий Хәбиров - грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры. Һәр ерҙә спортсыларға һәм тренерҙарға бөткөһөҙ хөрмәт менән ҡарауын белдерә.

Был йыйылышта шулай тине:"Может быть, прозвучит нескромно, но сегодня у борьбы в Башкирии есть уникальная возможность для развития, потому что высшее должностное лицо республики готов вам помогать".

Башҡортостан етәксеһе спорт көрәше менән күберәк кешегә шөғөлләнергә мөмкинлек бирергә кәрәклеген әйтте. Йәш кадрҙар әҙерләү зарурлығы ла бар.

Республика Рәсәйҙең көрәшселәр төбәге булырға тейеш. Федерацияны финанслауға ла етди әһәмиәт биреләсәк. Көрәшселәргә махсус үҙәк төҙөлә, мәктәп-интернат булдырыу ниәте лә бар.

Йыйылышта бер тауыштан тиерлек попечителдәр советына рәйес итеп Радий Хәбиров һайланды. Федерация президенты Артур Әхмәтханов булды. Ул иң төп маҡсатты билдәләне: балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү.







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға