«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Нурмөхәммәт хәҙрәт отставкаға китте



29.04.2019 Нурмөхәммәт хәҙрәт отставкаға китте


Бөгөн Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының Президиум ултырышы үтте. Унда Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәммәт Ниғмәтуллин үҙ теләге менән отставкаға китеүе тураһында белдерҙе.
«Алдынғы ҡарашлы яңы быуын үҫеп етте. Уларҙың һәр береһенең үҙенең заманса аҡыллы фекере , донъяға үҙ ҡарашы бар. Эстафетаны йәштәргә бирәм. Эштең бәрәкәте булһын өсөн назаратҡа йәш, яңы көстәр килергә тейеш», - тине ул. Нурмөхәммәт хәҙрәт назарат менән 27 йыл идара итте. Мөфтөйҙөң урынына Айнур Бирғәлин тәғәйенләнде.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға