«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Китергә йыйынмай!



29.04.2019 Китергә йыйынмай!

Учалынан ҡыш китергә йыйынмай - төндә ҡар яуҙы!

Ҡар, кешене ышандырып, гөрләп ирегән була - тамсылар күңелле тыпылдай. Һауа температураһы төндә минус алты булһа, әле - 0 градус тирәһе, ләкин һыуығыраҡ тойола. Уҫал ғына еле бар.

Учалыларҙы бындай көн торошо аптыратмай. Сөнки, мәҫәлән, 2016 йылдың 29 апрелендә, былтыр 1 майҙа тап шулай уҡ ҡар яуып, ял көндәренә булған бөтә пландарҙы боҙорға эшкингәйне.

Ҡошсоҡтар йәл - яңы ғына йылы яҡтан ҡайтып, кисә төндә шул тиклем өҙҙөрөп, берен-бере уҙҙырып һайрай ине. Әле иһә ҡарғалар ҡарҡылдағаны ғына ишетелә.

Ҡар яуҙы-яуҙы ла, төшкә табан ҡояш сығып, ғәйепле йылмайған булды...

Учалыла кесаҙнаға тиклем һалҡын көндәр вәғәҙәләйҙәр - төндәрен минус алты градусҡаса һыуытасаҡ...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Фото: Авторҙың фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға