«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡайһы район ЙӘШЕЛ ЗОНАЛА?



29.04.2019 Ҡайһы район ЙӘШЕЛ ЗОНАЛА?

Башҡортостандың район һәм ҡалалары хакимиәттәре эшмәкәрлегенә бәйле рейтинг төҙөлдө. Һөҙөмтәләр беренсе кварталға ҡарата.

Хөкүмәттең бөгөнгө оперативкаһында БР вице-премьеры - БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов белдереүенсә, мониторинг 64 күрһәткес буйынса алып барылған. Ҡала округтары буйынса 57 күрһәткес баһаланған. Йәшәү сифаты, һәләтле балалар, һөҙөмтәле муниципалитет, үҫеш биләмәһе буйынса эштәрҙең генә лә әллә нисәмә күрһәткесе билдәләнгән.

Мәҫәлән, сифатлы тормош күрһәткесе буйынса баһалауға уңайлы йәшәү, хәүефһеҙ мөхит, сәләмәт кеше кеүек пункттар индерелгән.

Әйткәндәй, баһалау махсус булдырылған методика буйынса алып барыла. Уға ярашлы, муниципалитеттар өс төркөмгә бүленә: ҡалалы райондар, ауыл райондары, ҡала округтары.

Рейтинг төҙөлгән, республика төбәктәре хакимиәттәре өс зонаға бүленгән: ЙӘШЕЛ ЗОНАЛА - 10 район-лидер муниципалитет, 3-әү үҙәге ҡала булған төбәк һәм ике ҡала округы. ҺАРЫ ЗОНАЛА - уртаса күрһәткеслеләр, ҠЫҘЫЛ ЗОНАЛА - 12 район, 3 "ҡалалы район", 2 ҡала.

Шулай итеп, тәүге рейтингта (1 квартал өсөн) Әлшәй, Ауырғазы, Йәрмәкәй, Иглин, Миәкә, Нуриман, Өфө, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Бәләбәй, Мәләүез, Яңауыл райондары, Күмертау һәм Октябрьский ҡалалары.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға