«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Ағиҙел» Рәсәй тарихын яҙа



29.04.2019 «Ағиҙел» Рәсәй тарихын яҙа

Хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙарҙың Рәсәй беренселеге тамамланды.

Беҙҙең «Ағиҙел» командаһы финалда Санкт-Петербургтың «Динамо»һын өс тапҡыр еңеп, икенсе йыл рәттән алтын миҙал яуланы. Ғөмүмән, ошоға тиклем туғыҙ тапҡыр уйнатылған чемпионатта Өфө клубы һигеҙендә миҙалһыҙ ҡалғаны булманы. Хәҙер улар Рәсәй беренселегенең ике тапҡыр алтын, ике тапҡыр көмөш һәм дүрт тапҡыр бронза миҙал призеры булып һанала. Афарин! Уларға «Салауат Юлаев»ҡа етер өсөн бары ике генә бронза миҙал яуларға ҡалды.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға