«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Май (һабанай) айында һынамыштар



01.05.2019 Май (һабанай) айында һынамыштар


- Майһыҙ ҡар бөтмәҫ.
- Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
- Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр.
- Муйыл сәскә атһа, көн һал­ҡынайыуын көт.
- Болот юлланып торһа, ямғырға.
- Ямғыр яуһа, ергә май.
- Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр.
- Май айы һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.
- Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы булыр.
- Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
- Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.
- Торна бейеһә, һауа йылыныр.
- Бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа.






Автор: Т. Аманов
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға