«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Учалыла ел һәм... йәшен



28.04.2019 Учалыла ел һәм... йәшен

Учалыла кинәт көн боҙолдо: иртән генә ҡояш йылмайып-балҡып тора ине, төштән һуң көньяҡ-көнбайыштан асыулы һоро болоттар килеп сығып, ваҡ күҙ йәше менән зыулап иларға тотондо.

Еле ныҡ көслө! Күршеләрҙең асыҡ балкон ишеген ел көс менән бәреп ябып ватты, кемдеңдер балаҫын алып ергә атты...
Күк күкрәп, йәшен ялтланы... Һеҙҙә лә яҙғы ел шулай тулап-боларамы, “Йәшлек”кә инеп-сығып йөрөүсе дуҫтар?

Иртәгә, етмәһә, Учалыла ҡар яуыу көтөлә...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Авторҙың фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға