«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баш вата-вата ғүмер оҙайта аҡыллылар!



28.04.2019 Баш вата-вата ғүмер оҙайта аҡыллылар!

Ейәнсурала район хакимиәте призына шахмат буйынса төбәк-ара турнир үтте.

Республикабыҙҙың Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Күгәрсен райондарынан, Сибай ҡалаһынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән көслө шахматсылар ҡатнашҡан бәйгелә ирҙәр араһында беренсе урынды Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаһынан Ғамзат Ибраһимов яуланы. Күсмә кубок уның менән күрше өлкәгә китте.

Икенсе урынға Йылайыр районының шахматсыһы Дамир Солтанов сыҡты, ә өсөнсө урын - Хәйбулла уҙаманы Тәлғәт Рәхмәтуллинда. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Хәйбулла районынан Рәзинә Фазлыева еңһә, Йылайырҙан Татьяна Сучкова икенсе урын менән хушһынды.

Әйткәндәй, шахмат уйнау ғүмерҙе оҙайтҡанын белә инегеҙме? Хәҙер белдегеҙ. Быны Австралия ғалимдары асыҡлаған. Шахматтың файҙаһы тураһында ерле юҡтан яҙмайбыҙ, аҡыллыға ишара ла етә.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға