«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Министр китте



25.04.2019 Министр китте

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урыны бушаны.

Сергей Новиков, "үҙ теләге менән" отставкаға китте. Ул "иҫке" команданан ине. Йәғни ведомствоны 2015 йылдан алып етәкләне.

Новиков әфәндене "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы" исемен биреп оҙаттылар.

Эштән китеүе 41 йәшлек белгестең карьера маҡсаттары менән бәйле, имеш. Тимәк, юғарыраҡ китәме икән инде?







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға