«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәйҙән Мысыр курорттарына чартер рейстар асырға уйлайҙар



25.04.2019 Рәсәйҙән Мысыр курорттарына чартер рейстар асырға уйлайҙар

Рәсәй һәм Мысыр араһындағы авиарейстар 2015 йылдың ноябрендә туҡтатылды. Ул саҡта Синай ярымутрауы өҫтөндә беҙҙең лайнер һәләкәткә осрағайны. Былтыр апрелдә авиахәбәрләшеү тергеҙелде. Ә быйыл көҙгә табан чартер рейстар яңыртыласаҡ.


Туристик индустрия кире Мысыр ярҙарын яулай. Урта диңгеҙ курорттарына йәйгелеккә бронь һалыу тамамланған да инде. Ҡыҙыл диңгеҙгә төп ағым октябрь-ноябрь айҙарына тура килә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға