«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәхил бул, Рауил Бикбай!



25.04.2019 Бәхил бул, Рауил Бикбай!

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Рауил Бикбаев менән хушлаштылар. Ул 23 апрелдә мәрхүм булды.

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһында мәрхүмде һуңғы юлға оҙатыуҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе К.Б. Толкачев
ҡатнашты.
Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәргән.

Рауил Бикбаевты Өфөнөң мосолман зыяратында ерләнеләр.





Автор: Дәүләт Бәков
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға