«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йылытты, йылытты, ҡапыл һыуытасаҡ!



25.04.2019 Йылытты, йылытты, ҡапыл һыуытасаҡ!

Һуңғы көндәрҙә йылы торҙо, тик ошо көндәрҙә һыуыҡтар кире әйләнеп ҡайтасаҡ.

Шәмбе 21 градусҡа тиклем йылы вәғәҙәләй. Ә бына йәкшәмбелә, 28 апрелдә +12 градус йылы буласаҡ. Төндә иһә термометрҙар +1 градус күрһәтәсәк. Ярай синоптиктар ямғыр-маҙар яумай тиҙәр.

Киләһе дүшәмбелә +10 градус йылы торасаҡ, кискә +2, +3 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. 30 апрелдә көндөҙ 13 градус йылы, төндә +5 градусҡаса төшәсәк.

Май башы + 14, +17 градус йылы вәғәҙә итә. Ә бына 3 майҙа ямғырҙар көтөлә, +15 градусҡаса һыуытасаҡ. Май айы уртаһы ғына ныҡлап йылы килтерәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға