«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөндән балыҡ тоторға ярамай! Юғиһә штраф!



25.04.2019 Бөгөндән балыҡ тоторға ярамай! Юғиһә штраф!

Башҡортостанда бөгөндән, 25 апрелдән алып 5 июнгә тиклем балыҡ тотоу тыйылды.

Тыйыу барлыҡ һыу ятҡылыҡтарына ҡағыла. Әгәр ҙә балыҡты ыуылдырыҡ сәскән ерҙән ситтә ярҙан тороп, бер ҡалҡыуыслы йәки һыу төбө ҡармағына тотһағыҙ - һеҙгә рөхсәт ителә. Тик ырғаҡтар икенән артмаһын.

Ә бына Яҡтыкүл һәм Көньяҡ Үләнде күлдәренә яҡын да бармағыҙ! Шулай уҡ Илеш районының Йондоҙ һыу алыу урынынан алып Дүртөйлө районының Әнгәсәк ауылына, Ҡыҙыл Яр ауылынан Тоҙло тауға (Өфө районы) тиклем Ағиҙел йылғаһында ла балыҡ тоторға ярамай.

Бер ҡармаҡҡа тотоусыларға көнөнә биш килограмдан артыҡ балыҡ тоторға ярамай. Бәләкәстәрен кире ебәрергә кәрәк. Ажау, һаҙан, табан балыҡтары 40 сантиметрҙан, йәйен - 90 см-нан, ҡыҫала 10 см-нан кәм булһа уларҙы кире ебәреү мотлаҡ.

Ҡағиҙәләрҙе тыйған өсөн 2 мең һумдан 5 мең һумға тиклем штраф, кәмәне һәм ҡармаҡтарҙы тартып алыу ҡаралған.








Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға