«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров тәхеттә?!



24.04.2019 Радий Хәбиров тәхеттә?!

Бына шулай була ул. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй субъекты башлығы яҙмышы тураһында шаяртты. Ғөмүмән, беҙҙең етәкселә талапсанлыҡ та, йор һүҙ ҙә, етдилек тә етерлек.

Радий Хәбиров "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһенә үҙенсәлекле бер фото ҡуйған. Ул унда, йәнәһе лә, "Игра престолов" суперпупер сериалы геройы Джон Сноу менән йәнәшә ултыра. Нисек тә ултыра бит әле! Тәхеттә! Дөрөҫ, Тимер тәхеттең күсермәһе генә был. Тимер-томор, торбаларҙан тора.

Ә фото янында яҙыу: «В этой фотографии – все, что надо знать про судьбу руководителя субъекта РФ. Можно подумать, что взобрался на трон, но в реальности – плотно сидишь в основном на проблемах ЖКХ».

Борсолмағыҙ, Радий ағай, һеҙ проблемаларҙы бөтөрә алырлыҡ команда төҙөрлөк кеше бит. Ышанабыҙ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға