«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт телен уҡыуың тураһында мәғлүмәт яҙыласаҡ



24.04.2019 Башҡорт телен уҡыуың тураһында мәғлүмәт яҙыласаҡ

Аттестаттарға үҙгәрештәр индерелә.
РФ Мәғариф һәм фән министрлығы белдереүенсә, төп дөйөм белем һәм урта белем тураһындағы аттестатҡа сығарылыш уҡыусыһының мәктәптә туған телде һәм ниндәй сит телде өйрәнеүе тураһында мәғлүмәт өҫтәләсәк. Документҡа «Туған тел һәм әҙәбиәт» предметы атамаһына аныҡлыҡ индерелә. Ҡушымта бланкында ниндәй сит телде өйрәнеүе тураһында ла яҙыласаҡ.
Былтыр Рәсәй мәктәптәрендә 81 тел өйрәнелгән.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға